Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

Тулыраҡ: Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

Хәҙер республика халҡы аҡсаны күрһәтелгән хеҙмәт өсөн генә түләйәсәк. Ни бары 80 йорт һәм 200 -ләп кеше. Ауырғазы районы Түбәнге Бәгәнәш ауылы биләмәһе советының иң төпкөл һәм бәләкәй ауылдарының береһе. Сүп-сар ташыусы машина был яҡтарға аҙнаһына бер килә. Контейнерҙар ысынлап та юҡ, халыҡ сүп-сарҙы ҡапсыҡтарға тултырып ихата алдында ҡалдыра. Ауыл халҡына ҡыйҙы алып киткәндәре өсөн ҡалала йәшәүселәр менән берҙәм тарифта түләргә тура килә. Тик Өфөлә сүп-сарҙы көн һайын, ауылдарҙа иһә аҙнаһына, хатта айына бер сығаралар. Төбәк башлығы Радий Хәбиров алыҫтағы ауылдарҙан сүп-сар сығарған өсөн түләү мәсьәләһен күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса ентекләп ҡарарға ҡушты.Быға тиклем Башҡортостанда сүп-сар сығарған өсөн ил буйынса иң түбән тарифтар ҡуйылғайны. Хәҙер хаҡтар һәр бер район өсөн айырым билдәләнәсәк. Әммә түләү рөхсәт ителгән максималь күләмдән артмаҫҡа тейеш. Шуныһы мөһим, ҡый менән эшләү уны сығарыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Шуға ла хаҡ артыуы төбәк операторҙарына ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстары төҙөргә һәм сифатлыраҡ хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк тигән фекерҙә төбәк операторҙары. Сентябрь айында республика халҡы сүп-сар сығарыу өсөн элекке тарифтар буйынса түләһә, алдағы айҙан яңы үҙгәртелгән хаҡтар менән эшләй башлаясаҡ. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, сүп-сар реформаһы буйынса башҡараһы эштәр бар әле һәм улар яҡын арала хәл ителәсәк.