Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы дәғеүәселәре исемлеге август аҙағында иғлан ителгәйне. Был исемлектә шағирә, драматург, "Ватандаш" әҙәби журналының бүлек мөхәррире Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина ла бар. Уны 2019 йылда донъя күргән "Көҙгө алмалар" йыйынтығы өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте тәҡдим итте. “Көҙгө алмалар” китабына әҙибәнең Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Аманат” исемле поэмаһы, шиғырҙар, “Минең ғаиләм” исемле поэма һәм“Зөһрәкәй”, Вазифа, “Ҡайтыу” хикәйәләре ингән. Тәнзилә Дәүләтбирҙина – илһөйәр, телһөйәр шағирә. Уның әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге бурысҡа ла иғтибар мул бүленә. Тормошто һөйгән әҙибә яҡты әҫәрҙәре менән күңелде байыта. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә патриотик шиғырҙарының роле ҙур. Ә хикәйәләрендә тормош ҡиммәттәре – намыҫ, ғаилә, ата-әсәгә ихтирам, мөхәббәт, гражданлыҡ тойғолары ярылып ята. Тәнзилә Сәлих ҡыҙы – талантлы шағирә лә, драматург та, яҙыусы ла, тәржемәсе лә. Ул ижад иткән әҫәрҙәр Төрки халыҡтары әҙәбиәтен дә байыта . Үткән йыл Төркиәлә Ҡайғысуз Абдал исемендәге Халыҡ-ара әҙәби конкурс лауреаты булды. М. Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсында Башҡортостан буйынса лауреат исемен алды. Шиғырҙары татар, сыуаш, балҡар, яҡут һ.б. телдәрҙә донъя күргән. Төрөк телендәге журналдар уларҙы әленән әле баҫтырып тора.
Көҙгө алмалар
Тулыраҡ: Көҙгө алмалар