Республика башлығы Радий Хәбиров Министрҙар кабинеты рәйесе вазифаһына уны ҡуйыу тураһындағы тәҡдим менән төбәк парламентына мөрәжәғәт иткәйне. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының күпселеге тап Андрей назаров өсөн тауыш бирҙе. Башҡортостан Парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар ултырышына әҙерлек иң юғары кимәлдә. Уның сәбәбе лә бар. Пандемия шарттарында сәләмәтлекте тәьмин итеү беренсе урынға сығарыла. Республиканың Закондар сығарыу буйынса төп органы вәкилдәре араһында коронавирус менән сирләүселәр табылған. Тап шуға, депутаттар бер түгел, ә өс залда эшләй. Марттан бирле беренсегә уҙғарылған оффлайн кәңәшмәнең, кире онлайн шарттарға күсеүе лә ихтимал. Көҙгө сессиялағы беренсе кәңәшмәнең көн тәртибенә хоҡуҡи акттар һәм Башҡортостан хөкүмәтенә Премьер-Министр тәғәйенләү сығарылған. Республиканың Министрҙар кабинетында был вазифа әле вакантлы ине. Бер-нисә йыл буйы ошо вазифаны төбәк башлыҡтары үҙҙәре үтәп килде. Ә бына яңы Премьер-министрҙың кандидатураһын Радий Хәбиров тәҡдим итте. Парламентта эшләгән 110 депутаттың тиҫтәнән ашыуы пленар ултырышта ҡатнашмаһа ла, кворум бар. Фракциялар яңы премьер-министр итеп Андрей Назаровты тәғәйенләүгә үҙ ризалығын бирҙе. Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы рәйесе эш маҡсаттарын да билдәләй. Ул туризмды үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, инвестиция потенциалын нығытыу, эш хаҡы күләмен арттырыу, социаль сәйәсәтте камиллаштырыу. Тиҫтәләгән позиция буйынса Башҡортостан бөгөн илдә беренселәр рәтенә инергә бурыслы. Андрей Назаров Башҡортостандың алтынсы премьер-министры. Хөкүмәт рәйесе республика федераль үҙәк менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш, тигән фекерҙә. Ә бына шәхсән ниәттәргә килгәндә, Андрей Геннадьевич башҡорт телен өйрәнәсәген әйтте. Премьер-министр үҙ теленең башҡорт һүҙе менән асылғанын йәшермәй. Шулай итеп, апндемия мәлендә карантинда булған парламент, ниһәйәт, ғәҙәти эш режимына күсә. Көҙгө сессияла ҡабул ителгән тәүге документтар ҙа сәләмәтлеккә бәйле. Башҡортостанда, мәҫәлән, балаларға эсендә газ булған ҡоролмалар бөтөнләй һатылмаясаҡ. Республикала яңы закон көсөнә инә. Ул күп ҡатлы йорттарҙағы “тынлыҡ ваҡыты”. Бынан ары, айырым ваҡыттарҙа фатирҙарҙа ремонт эшләү ваҡыты сикләнә.
Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостан хөкүмәте эше өсөн Премьер-министр Андрей Назаров яуаплы буласаҡ