Йылытыу миҙгеле асыҡ

Тулыраҡ: Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс тәьминәте хеҙмәте белгестәре комиссияһы ҡабул итә. Йылының палата торбаларына барып етеү-етмәүен иһә Рәмил Биҡҡужин шәхсән тикшереп сыға. Дауаланыусылар бында йылыны 15 сентябрҙә үк тойҙо. Ошо көндөң кисенә башҡаланың бар дауаханалары, балалар баҡсалары һәм мәктәптәре йылытыла башланы. Йылытыу миҙгелен асыу тураһындағы ҡарарҙы хакимиәт етәкселеге ҡабул итә. Артабан сиратта фатирҙарға йылы биреү. БашРТС-тың Өфөләге беренсе ҡаҙанлыҡтар цехы башҡаланың көньяҡ өлөшөндәге торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн яуаплы. Быйыл бында ла етди төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Йыһаздар яңыртылған. Ҡоролма фатирҙарға йылы тапшыра башларға әҙер. Хакимиәттең махсус ҡарары ҡына көтөлә. Хәйер, фатир хужаларының, теләгән осраҡта, йылы биреү ваҡытын тиҙләтеү хоҡуғы бар. Йылытыу миҙгелен асыу мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһында йорттарҙы йылыта башлауҙың шартлы датаһы тураһында хәбәр ителде. Старт 21 сентябргә билдәләнгән. Раҫланған нормативтар буйынса иһә фатирҙар тик 5 көн тоташ һауа температураһы 8 градус йылынан артмаһа йылытыла башлай. Быйыл ҡағиҙәгә һауа торошо ғына йоғонто яһамай. Йоғошло сир таралыуын иҫкәртер өсөн дә уңайлы йылы мөхит кәрәк. Гидрометеорология хеҙмәтенең оҙайлы күҙаллауҙарына ҡарағанда киләһе аҙнала республикала һалҡын көндәр менән яуым-төшөм һаҡлана, төнъяҡ райондарҙа хатта ҡар яуыуы көтөлә.