Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!» тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала башҡорт һәм рус труппаһы эшләгән берҙән бер театр. Унда ҡуйылған әҫәрҙәр бөтә ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән. Сыңғыҙ Айытматовтың "Ал яулыҡлы тирәккәйем "спектакленең премьераһы июнь аҙағында уҡ булырға тейеш ине. Ниһәйәт, ул 17 сентябрь тамашасы хөкүменә сығарылды. Театр быйыл үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ә бына кейем тегеү цехы ана шул өс тиҫтә йыл буйы туҡтамай эшләгән цехтарҙың береһе. Режиссерҙар, рәссамдарҙың башында тыуған ижади образдарҙы, һәр актерҙың костюмын һәм сәхнә кейемен тап ошо цехта эшләүсе оҫталар тормошҡа ашыра. Иртә таңдан йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы бинаһы алдында тамашасыларҙы сәләмләп йыр бүләк итте. Ә артабан «Хәйерле иртә, республика!»тапшырыуы ҡунаҡтары Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған актриса Гөлбина Сафуанова быйылғы ижад миҙгелендә башҡарасаҡ ролдәре хаҡында һөйләне. Быйыл бер нисә премьера сығарыу ҡаралған. Шулаҙың тағы береһе ул Мостай Кәримдең әҫәренә нигеҙләнеп яҙылған "Аҡ мөғжизә" әҫәре. Ҡуйыусыһы , ҡалмыҡ режиссеры Борис Манджиев башҡорт театрҙары менән 90 йылдарҙан бирле хеҙмәттәшлек итә. Мостай әҫәрҙәрен тулҡынланып ҡуям тей ул. 14-15 октябрь спектаклдең премьераһы буласаҡ. Ниһәйәт актерҙар оҙайлы карантиндан һуң тамашасыһы менән күҙгә күҙ ҡарап осраша. Театрҙа тамашасыларҙы шахмат тәртибендә ултыртасаҡтар. Шулай уҡ битлек кейеү ҙә мотлаҡ талап. Шулай уҡ октябрь айында тамашасы хөкүменә Мостай Кәримдең тағы бер әҫәре -"Үлмәҫбайы" сығасаҡ. Барыһы хаҡында ла театр әһелдәре «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында һөйләне. Бәләкәй залда Еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Синяя-синяя река" әҫәренең премьераһы ла көтөлә. Бәләкәй залдағы тамаша актер һәм тамашасы араһында айырым бер кисерештәр уята, тей режиссер Мөсәлим Күлбаев. «Маяҡ»һәм «Рәсәй радиоһы» аша тамашасы режиссерҙың яңы миҙгелгә уй-кисерештәре менән танышты. Ә «Башҡортостан 24» телеканалында милли йәштәр театры көнө «Йәләләетдин атай» спектакленең яҙмаһы менән тамамланды.
Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө
Тулыраҡ: Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө