Волгоградта туғыҙ ҡатлы йортта тәбиғи газ шартлауҙан 5 кеше һәләк булған. Оператив штаб мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер фатирҙа ике, икенсеһендә тағы ла ике мәйет табылған. Шартлау һөҙөмтәһендә икенсе ҡаттан туғыҙынсыһына тиклем зыян килгән.
Истанбул ҡалаһында йөҙләгән кеше ҡаланың төп майҙанына сыҡҡан. Улар Курдистандың эшсе фирҡәһенә ҡаршы көс ҡулланыуға ризаһыҙлыҡ белдергән. Демонстранттарҙы ҡыуалау өсөн полиция водометтар һәм күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. 37 кеше ҡулға алынған.
Ҡытайҙың Гуандун виләйәтендә Шэньчжен ҡалаһында ер ишелгән. Был хәл Люси сәнәғәт паркында теркәлгән. Ишелгән ер сәбәпле газ станцияһы шартлаған. 22 йорт емерелгән. 900 кеше эвакуацияланған.
Донъя йәмәғәтселеге шансон батшабикәһе Эдит Пиафты иҫкә ала. Музыкаға уны фәҡирлек алып килә. Һәм ул уны Францияның легендаһы һәм символы әйләндерә. Йырсы тәүге пластинкаларын һуғыш алдынан яҙҙыра. Эдит 47 йәшендә вафат була. Париж урамдарына меңләгән кеше яратҡан йырсыһын һуңғы юлға оҙатырға сыға.