Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологияларҙы киң ҡуллана. Лазер ярҙамында дауалаусы яңы ҡоролма балаларҙы ла ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Ҡатмарлы операциялар яһатырға Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Һуңғы технологияларға нигеҙләнгән ҡоролма — фемтосекундлы лазерҙы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән ҡуллана башлай. Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа уның мөмкинлектәре күп – лазер хирург эшен еңеләйтә, күҙҙең йәрәхәтләнеүен кәметә, процедураның ваҡытын ҡыҫҡарта һәм пациент өсөн операцияны ауырттырыуһыҙ итә, реабилитация ваҡыты ла ҡыҫҡара, ти табиптар. Элек хирург бар этаптарҙы ла ҡулдан яһаһа, хәҙер был эште фемтолазер алмаштыра. Әле операция өҫтәлендә 13 йәшлек ҡыҙ. Тыумыштан ҡара ҡылау, йәғни катаракта менән яфаланған бала Төмән ҡалаһынан килгән. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары уға тап ошо фемтосекундлы лазерҙы ҡулланып ҡатмарлы операция яһай. Эш барышы видеокамераларға төшөрөлөп, теркәлеп бара. Әлегә был аппарат бер-нисә төбәктә генә бар. Әммә беҙҙең генә табиптар 2-3 йәшлек балаларҙы ла ҡабул итә. Киләсәктә яңы тыуған сабыйҙарға ла операция яһарға планлаштырыла. Сөнки ни тиклем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ, ти табиптар.Төмән өлкәһенән килгән ҡыҙға операция уңышлы үтте. Йыл һайын беҙҙең табиптар ҡулынан меңәрләгән пациент үтә. Бигерәк тә, балалар Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килә.
Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар
Тулыраҡ: Күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар