Һөт һауыуҙа Нуриман тәжрибәһе

Тулыраҡ: Һөт һауыуҙа Нуриман тәжрибәһе

4 һауынсыға 200 һыйыр, һәр һыйырға 800 литр яңы төр файҙалы аҙыҡ. Малға аҙыҡ һалыу эше боронғоса – ҡулдан. Нуриман фермерҙары һауым күләмен арттырыуҙың ыңғай ысулдарын эҙләй.Яңы аҙыҡ төрөн әҙерләү тәү ҡарашҡа ябай ғына. Ҡоро ҡатнашмаға һыу ҡойоп болғатырға ла үҙенсәлекле химик берәмекте өҫтәргә. Тап шул серле берәмек һауым кимәлен 30 процентҡа арттырырға булышлыҡ итә лә инде. Шыйыҡса соусты хәтерләтә. Уны бесән өҫтөнә һибәләр. Шул сәбәпле малдың аҙыҡ эшкәртеү барышы тиҙләтелә. Яңы ысул был хужалыҡта бары бер ай самаһы элек ҡулланыла башлаған. Әммә һөҙөмтәләр көттөрмәй, ти фермерҙар. Уларҙың фекеренсә, һыйырҙарҙың энергияһы аҙыҡ эшкәртеүгә түгел, ә һөт етештереүгә йүнәлтелә. Был иһә аш һеңдереү ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә килеп сыға. Малсылыҡтың етештереүсәнлеген үҫтереү маҡсатында хужалыҡта йәнә бер ысул үҙләштерелгән — яңы тыуған быҙауҙарҙың мөгөҙҙәре көйҙөрөлә. Белгестәр билдәләүенсә, был малдың сәләмәтлеген яҡшырта һәм үҫешен тиҙләтә. Нуриман фермерҙары тәжрибәһен әлегә һәр хужалыҡ файҙаланмаһа ла, киләсәктә малсылыҡтың етештереүсәнлеген арттырыу юлдары эҙләүселәрҙе уның ҡыҙыҡһындырыуы ихтимал. Сөнки тиҙлек дәүере аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген дә үҙ ҡанундарына буйһондора.