Башҡортостандың Миәкә районында Аҡмулла көндәре уҙҙы.

Тулыраҡ: Башҡортостандың Миәкә районында Аҡмулла көндәре уҙҙы.

Байрамға абруйлы ҡунаҡтар, шул иҫәптән уҙған йылдарҙағы лауреаттар саҡырылғайны. Сығышы менән Миәкә районынан булған медицина фәндәре кандидаты, Өфө ҡалаһындағы «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәммәт Ғәлләмов халыҡтар араһында берҙәмлекте, татыулыҡты нығытыуҙа ярҙам иткәне, йәмғиәттә конфессия-ара һәм милләт-ара дуҫлыҡты пропагандалағаны, ислам ҡанундарын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Аҡмулла исемендәге премия лауреаты тип танылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия быйыл 27-се тапҡыр тапшырылды.