Һауа температураһы рекорд ҡуя

Тулыраҡ: Һауа температураһы рекорд ҡуя

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары төбәктә ҡыш урынына көҙгө һауа торошон вәғәҙәләй, тип хәбәр итә Башинформ. Һауа температураһы норманан 7-10 градусҡа юғары буласаҡ. Епшек ҡар яуыуы көтөлә, аҙна башында ҡарт ҡатыш ямғыр яуасаҡ, урыны менән — буран, боҙлауыҡ. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә йылы һауа торошо өҫтөнлөк итә. Мәскәүҙә 1936 һәм 1982 йылдарҙағы температура рекорды теркәлгән, тип хәбәр итә Рәсәй гидрометеорология үҙәге.