Бөгөн Башҡортостан хөкүмәтендә инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының ултырышы үтте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов рәйеслегендәге кәңәшмәлә Рәсәй төбәктәрендә конкуренцияны үҫтереү буйынса стандарт индереү, эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләһе тикшерелде. Унда шулай уҡ, инвестициялар йәлеп буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү бурысы ҡуйылды. Кәңәшмәлә Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү күрһәткестәре яҡшыларҙан түгел икәне билдәләнде. Быны 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса милли рейтинг раҫлаған. Республиканың иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты көсәйтеү кәрәклеге лә әйтелде. Кәңәшмәлә министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренә инвестициялар йәлеп итеү буйынса алдынғы 25 төбәк исемлегенә инеү бурысы ҡуйылды. Республика хөкүмәте барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәргә тырышасаҡ. Әммә, эшҡыуарҙар ҙа әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Был йәһәттән, бизнес вәкилдәренә тәҡдимдәр индерергә кәңәш ителде. Төбәктә эш асып ебәреү еңелдән түгел. Һорау алыу күрһәтеүенсә, эшҡыуарҙарҙың 26 проценты ошо турала белдергән. Кәңәшмәлә 11 йүнәлеш ҡаралды, уларҙың икеһендә генә хәл тотороҡло ҡала. Ә шәхси балалар баҡсалары, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һәм ялын ойоштороу, уларҙы туҡландырыу, медицина, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә хәл маҡтанырлыҡ түгел. Был йәһәттән барлыҡ тармаҡтарҙа ла конкуренция булдырыу, административ кәртәләрҙе кәметеү, документтар теркәү ваҡытын аҙайтыу, һалым буйынса ҡанундарҙы камиллаштырыу, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү фондттары ойоштороу кәрәклеге билдәләнде. Әлегә Башҡортостан хөкүмәтенең ошо турала проектты ҡабул ителмәне. Документҡа төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелгәс, ул Яңы йылға тиклем ҡабул ителәсәк.
Инвестициялар йәлеп буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү бурысы ҡуйылды
Тулыраҡ: Инвестициялар йәлеп буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инеү бурысы ҡуйылды