Байрам өҫтәле нисә һумға төшәсәк?

Тулыраҡ: Байрам өҫтәле нисә һумға төшәсәк?

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эконом класлы Яңы йыл өҫтәле күпмегә төшәсәген иҫәпләп сығарғандар. Баҡтиһәң, байрам өҫтәле өсөн арзан аҙыҡ-түлек — үҙәк төбәктәрҙә һәм Һамарҙа, иң ҡиммәте — Алыҫ Көнсығышта һатыла икән. Төбәктә Яңы йыл өҫтәле яҡынса 1 мең 700 һумға барып баҫасаҡ. Өйҙәгеләрҙе милли аш-һыу менән һыйлайым тиһәң өс меңдән ашыуыраҡ аҡса кәрәк буласаҡ. 3-4 килограмлыҡ алма һәм ҡара емеш тултырылған ҡаҙ яҡынса 1,5 мең һумға төшә. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙының килограмы өсөн 450-1 мең 300 һум сығарып һалырға тура киләсәк. Ҡуллама — 500 һум. Уны бешереү өсөн һарыҡ ите, кишер, һуған һәм туҡмас кәрәк. Сәк-сәк — 200, ҡымыҙ 120 һум тора.