Беренсе ун прививка Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды. Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация” һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт эсендә алып килеп процедура бүлмәһе хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Вакцина ҡабул итергә теләк белдергән пациенттар тәү сиратта табип белешмәһен үтә, тән температураһы үлсәнә, ризалыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Республика инфекцион клиникаһы табип-лаборанты Ләйсән Ҡунафина КОВИД19-ға ҡаршы вакцина алған тәүге пациенттар исемлегендә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өсөнсө йыл эшләй. Сәләмәтлек тураһында хәстәрлекте яуаплы мәл тип иҫәпләй табип. Пациенттар ғына түгел яңы вакцинаны ҡулланған медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә беренсе булыу — яуаплы һәм тулҡынлдандырғыс мәл. Прививканың һаҡлау талаптары теүәл үтәлергә, һалыу ваҡыты иһә ярты сәғәт эсендә тамамланырға тейеш. Вакцина ике өлөштән тора. Тимәк уны яһау ваҡыты ике арауыҡҡа бүленгән. Һәр ҡайһы миҡдарҙың организмға хас тәьҫире бар. Нәфисә Кинйәбаева Бөгөн вакцинаның беренсе миҡдарын алған пациенттар өс аҙна үткәс уның икенсе миҡдарын алырға ошо уҡ поликлиникаға саҡырыла. Вакцина һалынғас тәүге ярты сәғәтте пациенттар поликлиникала табип күҙәтеүендә ҡала, артабан 4 көн дауамында үҙ хәлен үҙ-аллы күҙәтә. Вакцинаны яһатыу шәхси теләк буйынса башҡарыла. Күмәк вакцинация тураһында махсус ҡарар өсөн айырым шарттар бар.Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса республикаға әлегә КОВИД19-ға ҡаршы вакцинаның 4 тиҫтәгә яҡын миҡдарҙа пилот партияһы ғына ҡайтарылған. Улар тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән уҡытыусыларға яһала.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды