Мәскәү Европалағы партнерҙары менән барлыҡ өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте тергеҙергә әҙер. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе.
Владимир Путиндың был белдереүе Европа берлегенең Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы тағы ла алты айға оҙайтыу тураһындағы ҡарарын иғлан итер алдынан яңғыраны.
Рәсәй сит ил эштәре министрлығының кеше хоҡуҡтары вәкиле Константин Долгов Киевты диндарҙарҙы ҡыҫырыҡлауҙы туҡтатырға саҡырҙы. Бер ауылда Уң секторҙың радикалдары Изге Успенский ҡорамын ҡамауға алған. Радикалдар дин әһелдәрен ҡорамға индермәгән, уларға ҡарата көс ҡулланған.
Американың Афған халҡына талибан хәрәкәтенә ҡаршы көрәшеү буйынса махсус программаһы, киреһенсә, был төркөмсәнең үҫешенә килтергән. Яңыраҡ үткәрелгән тикшереүҙәр Ҡушма Штаттарҙың талибтар контроллек иткән ауылдарға ғына ярҙам итеүен асыҡлаған. Америка түккән миллиард долларҙар өмөт иткән һөҙөмтәләргә килтермәне тип белдерә хәрби хәрәкәттәргә ҡаршы булыусылар.
Ҡытайҙың Шеньчжень ҡалаһында ер ишелгәндән һуң ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Операцияла 3 мең самаһы кеше ҡатнаша. 33 бина емерелгән. 90 кеше хәбәрһең юғалғандар исемлегендә. Төҙөлөш ҡалдыҡтарының 20 ҡатлыҡ йорт бейеклегендәге ҡанунһыҙ сүплектә тупланыуы һәләкәт сәбәбе булыуы ихтимал.