Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр ваҡыт белешеп тора. Ике ай элек 63 йәшлек ирҙең бөйөрөндә яман шеш табалар. Тәүҙә уң яҡ ҡабырғам ауырта башланы, кәрәкле анализдар тапшырып, тикшереү үткәс, ҡурҡыныс диагнозды ишетергә тура килде, ти ул. Бөйөргә операция уңышлы үткән.Бөйөрҙән тыш, табиптар пациенттың ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙө лә алып ташлай. Төйөр тура йөрәккә үтә, шуға ла был ағза өсөн зарарлы, тип билдәләй хирургтар. Йөрәккә һәм бөйөргә ҡушма операцияны йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы һәм табип-онколог башҡара. Бер юлы ике операцияны 27 йәшлек Илшат Абдрафиҡов та кисергән. Умыртҡа һөйәгендә бүҫер үҫкәндер, тип йөрөгән егеттең бөйөрөндә лә яман шештең 4 стадияһы асыҡлана. Хирургтарҙың бер наркоз аҫтында ике операция башҡарыуҙарын пациент күпкә уңайлы, тип һанай.Бер юлы бөйөр һәм йөрәккә операция башҡарыу, әлбиттә, күп көс һәм тәжрибә талап итә. Бындай алым һирәк, йылына 5-10 тапҡыр яһала. Яман шеште алып ташлатҡан пациенттар өс айҙан һуң компьютер томографияһын үтергә тейеш. Операция өҫтәленә ятмаҫ өсөн, белгестәр, һаулыҡты һәр ваҡыт тикшертеп торорға кәңәш итә.
Бер юлы ике операция
Тулыраҡ: Бер юлы ике операция