Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле социаль проект үҙ эшен башланы. Төп маҡсат — эске туризмды үҫтереү һәм оло быуын вәкилдәрен республиканың тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле таныштырыу. Бындай социаль турҙар төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм район етәкселектәре менән берлектә тормошҡа ашырыла. Экскурсия гидтар ярҙамында уңайлы һәм ышаныслы автобустарҙа ойошторола. Ҡатнашыусыларҙы район мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алып урындағы йола, ғөрөф ғәҙәттәр, мәҙәниәт менән таныштыра. Экскурсияларҙа хаҡлы ялдағылар ихлас ҡатнаша.Проект әлегә тәжрибә рәүешендә ойошторола. Бушлай экскурсияларҙа Өфөлә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Ойошторорусылар әйтеүенсә, ноябрь һәм декабрь айҙарында район халҡы өсөн дә экскурсиялар көтөлә. Бындай социаль турҙар башҡалабыҙ буйлап ойоштороласаҡ.
Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала
Тулыраҡ: Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала