“Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “Йәш професионалдар” чемпионаты Рәсәйҙә урта махсус уҡыу йорттары һәм уҡыусылар араһында күләмле һөнәри оҫталыҡ конкурстарының береһе. Ул йәштәргә һөнәри йүнәлеш бирергә, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә булышлыҡ итә.
Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла
Тулыраҡ: Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла