Рәсәйҙә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо

Тулыраҡ: Рәсәйҙә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо

Бындай ҡарар Мәскәүҙә ойоштороу конференцияһында ҡабул ителде. Федераль милли-мәҙәни автономия – билдәле этносҡа ҡараған һәм тыуған төйәгенән ситтә аҙ булған Рәсәй халыҡтары берләшмәһе. Уның маҡсаты- милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һаҡлау, телде, мәғарифты һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә ярҙам итеү. Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе итеп Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һайланды.Ойоштороу конференцияһында резолюция ла ҡабул ителде.