Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне

Тулыраҡ: Таллин ҡалаһындағы «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы 15 йыллығын билдәләне

Берекмә Эстонияла абруйлы ойошмаларҙан һанала. Коллектив башҡорт бейеүҙәре һәм йырҙары менән республика байрамдарында даими сығыш яһай. «Ағиҙел»дең 15 йыллығы уңайынан ойошторолған байрамға Эстонияға Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин етәкселегендә ҡунаҡтар килде. Шулай уҡ Эстонияның Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, Рәсәйҙең Эстониялағы илселеге вәкилдәре, Палдиски ҡалаһы хакимиәте етәкселеге, Салауат Юлаев исемендәге урындағы клуб ағзалары бар ине. Ғәли Вәлиуллин «Ағиҙел» ойошмаһының әүҙем ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы миҙалдарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.