Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта

Вирустан тағы ла өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Үткән аҙнала йома КОВИД-19 менән ауырыуҙың 36 осрағы теркәлһә, шәмбе ул 38-гә, йәшкәмбе 39-ға етте. Пандемия башланғандан алып яңы инфекция менән 8 мең 700 самаһы кеше ауырыған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле 55 ауырыу стационарҙа, 465-е амбулатор дауалана. 3 кеше ауыр хәлдә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус сәбәпле яңы түләүҙәр тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, бер тапҡыр түләү тәүлек әйләнәһенә эшләгән белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән. Карантин йәки изоляция режимы сәбәпле 20-се апрелдән 13-сө июлгә тиклем эшләүселәр ҙә аҡса аласаҡ. Административ-идара итеү персоналы хеҙмәткәрҙәренә һәм медицина, белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеүселәргә 25 мең һум, әгәр учреждениела коронавирус асыҡланған икән 35 мең һум түләнә. Башҡа хеҙмәткәрҙәр 10 мең һум, коронавирус асыҡланған икән 15 мең һум аласаҡ.