Коронавирус сәбәпле быйыл республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Республика Хөкүмәтенә 11-се октябрҙе уҙғарыу планын бар яҡлап уйларға саҡырҙы. Коронавирус йәнә иғтибар үҙәгендә. Республикала вирус йоҡтороусыларҙың тәүлек күрһәткесе Рәсәйҙәге һәм донъялағы тенденцияға ауаздаш. Дүшәмбе иртәһенә мәҫәлән 39 осраҡ өҫтәлгән, пневмония менән сирләүселәр аҙна буйы 100-ҙән кәмемәй. Тимәк саралар күрергә кәрәк, тәү сиратта, битлек режимын көсәйтергә һәм күләмле сараларҙы анализларға, тине Республика Башлығы.КОВИД19 менән көрәштә Башҡортостан табиптары Абхазия белгестәренә ярҙам итәсәк. Ошо көндәрҙә медиктар бригадаһы был илгә 3 аҙналыҡ коммандировкаға юлланды. Быға тиклем улар Ҡырғыҙстанда, Ҡарасәй-Черкес республикаһында һәм Амур өлкәһендә булып ҡайтты. Булып ҡайтҡандарҙан Ҡырым республикаһының үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов хәҙер Башҡортостанға ҡайтып ошо уҡ структура менән етәкселек итәсәк. Әйткәндәй, 2014-17 йылдарҙа корпорацияла эшләп киткән белгес Раил Сарбаевты юғары вазифала алмаштырҙы. Эшҡыуарлыҡ, йәш йүнселдәр өсөн ижади майҙансыҡ булдырған Киләсәк фабираһын барып күргәндән һуң Радий Хәбиров тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм оҡшаш майҙансыҡты Урал аръяғы өсөн дә булдырырға тигән тәҡдимен бойороҡ булараҡ еткерҙе. Бойороҡтоң үтәлеше менән вице-премьер Борис Беляев таныштырҙы. Ул былтыр ремонтланған подъездарҙан етешһеҙлек менән башҡарылғандарын яңынан төҙәтеүгә бәйле. 19 муниципалитетта ошондай 50-гә яҡын сифатһыҙ ремонт асыҡланған. Уларҙың барыһы ла ҡайтанан төҙәтелде, тине сығыш яһаусы. Радий Хәбиров үткән йылда Башҡорт ихаталары программаһы буйынса тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙе лә тикшереп етешһеҙлектәрҙе ремонт башҡарыусы иҫәбенә төҙәттерергә ҡушты.Көҙгө уңыштың 95 проценты йыйып ырҙын табаҡтарына оҙатылыуы хаҡында ла мәғлүм булды Хөкүмәттәге кәңәшмәнән. Әле хужалыҡтар башлыса һуң культураларҙы йыйыу менән мәшғүл. Уртаса гектар ҡеүәте республика буйынса 22,3 центнер тәшкил итһә, Саҡмағош, Шишмә, Илеш, Дәүләкәндәр йәнә беренселектә.
Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал
Тулыраҡ: Республика көнөн байрам итеүҙә үҙгәрештәр булыуы ихтимал