Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Тулыраҡ: Өфөнөң Комсомол урамы халҡы үҙен окоптарҙа йәшәгән кеүек хис итә

Аптырайһы түгел, Галле округы һәм Комсомол урамдары киҫешкән урында күптән төҙөкләндереү эштәре бара. Тирә-яҡ арҡырыһынан буйына ҡаҙылған, ә йәйәүлеләр өсөн йөрөр урын ҡалдырылмаған. Урындағы халыҡ хәҙер машиналар, ремонт техникаһы менән бер юлдан йөрөргә мәжбүр. Ләйсән Ғәлиәкбәроваға балаларын мәктәпкә алып барыр өсөн көн һайын ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Тирә-яҡта ремонт эштәре ҡайнай, урау юлдар юҡ тиерлек. Комсомол урамының ысынлап та, әйтерһең, аҫтын-өҫкә әйләнгән. Төҙөкләндереү эштәре бында былтырҙан бирле бара. Юлдар киңәйтелә, торбалар яңыртыла. Халыҡ ремонт эштәренә ыңғай ҡарашта. Әммә бындай күләмле проект башҡарғанда коммуналь хужалыҡ йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген дә күҙ уңында тоторға тейеш ине, тигән фекерҙә улар.Ремонт ҡапҡанына эргә-тирәләге дүрт күп ҡатлы йорт, яҡынса меңәрләгән кеше эләккән. Юл аша ғына тиерлек мәктәп, балалар баҡсаһы һәм дауахана, әммә унда барып етеү өсөн күпте күрергә тура килә, ти урындағы халыҡ. Бәләкәй балалары булған йәш ҡатындарға был юл аша үтеү үҙе бер һынау. Ярҙамһыҙ булмай, ер тая, коляска тәгәрмәстәре бата, етмәһә ике яҡлап йырын.Ҡарлы-ҡатыш ямғырҙар башланһа, бәлә лә үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, тип борсола йәйәүлеләр. Эргә –тирәләге йортта йәшәүселәр йәйәүлеләр өсөн ваҡытлыса тротуар, ике урамды тоташтырыусы түшәм йәйеүҙе үтенә. Был һорау менән ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән улар. Ҡала етәкселеге мәсьәләнең яҡын арала хәл ителеүен вәғәҙәләй.Комсомол урамы, ысынлап та, яңыртылыуға мохтаж. Башҡараһы эштәр бында күп әле. Йорт әүҙемселәре әйтеүенсә, реконструкция хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар милли проекты буйынса бойомға ашырыла. Ремонт эштәре лә, халыҡтың хәүефһеҙлеген иғтибарҙа тотоп башҡарылһа ине, тип өмөтләнә урындағы халыҡ.