Мәҙәни акцияға театрҙар ғына түгел, китапханалар ҙа ҡушылды. Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлихов тураһында уның тыуған ауылы Иҫке Мусала ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә алалар. Быйылғы “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, урындағы китапханала билдәле ауылдаштарының тормош юлы һәм ижадына бағышланған мәғәҙни сара ла уҙҙы.
Китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәрова бер-нисә йыл инде арҙаҡлы шәхестәр тураһында төрлө сығанаҡтарҙан ҡыҙыҡлы материалдар туплай. “Театр төнө” акцияһында ҡатнашыусылар махсус әҙерләнгән күргәҙмәлә гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләр, китаптар һәм фотоальбом менән танышты. Бик итәғәтле, тәрән фекерле, асыҡ йөҙлө, изге күңелле кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, унан ниндәйҙер яҡтылыҡ, нур бөркөлөп тора ине, тип йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала Рафаэль Ғирфан улын уның туғаны, ауылдағы мәсеттең имам-хатибы Таһир Сәлихов.
Рафаэль Ғирфан улы Сәлиховтар нәҫелендәге тәүге артист, уларҙың тоҡомо, мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән. Атаһы улын уҡытыусы итеп күрергә теләһә лә, уның сәхнә тураһындағы хыялына ҡаршы килмәгән. “Төпсөк малай булып тыуғанғамы, әллә үҙ һүҙле булғанғамы маҡсаттарыма ирешә инем, бала сағым ауыр һуғыш йылдарына, аслыҡҡа тура килһә лә, атайҙан барлы-юҡлы картуфтарын бирҙереп, гармун алдырттым,” — тип хәтирәләре менән бүлешкән ине Рафаэль Сәлихов үҙенең 75 йәшлек юбилейына арналған кисәлә. Рафаэль Ғирфан улы Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә ебәрелә.
Коллектив 1956 йылда Салауат ҡалаһына күсерелеп, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына нигеҙ һала. Салауат театры – минең ғүмерлек мөхәббәтем, ти Рафаэль Сәлихов һәм бар ғүмерен тиерлек уға бағышлай. Рим Әминев та Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ветераны. Шулай итеп, ижадташ дуҫтарҙы бер ауыл ғына түгел, бер ижади йорт, бер сәхнә берләштерә. Бәлки шуғалыр ҙа ауыл халҡы концерттарға ҡарағанда театр тамашаларын нығыраҡ үҙ итә, ти ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова. «Ғәлиәбаныу»ҙағы Хәлил, «Зәңгәр шәл»дәге Булат, «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Закир, “Ырғыҙ”ҙағы Айбулат һәм башҡа әллә күпме сағыу образдары менән тамашасы һөйөүен яулай Рафаэль Сәлихов. Моңло тауышлы, һомғол буйлы актер башлыса төп ролдәрҙе башҡара.Ул башҡарған йырҙар, ул уйнаған ролдәр – халыҡ хәтерендә ҡабатланмаҫ рухи мираҫ булып һаҡлана.
Тыуған театрына, тыуған ауылына тоғро артист, һуңғы төйәген дә Иҫке Мусала тапҡан. Абруйлы шәхестәрҙең тыуған ауылы йылдан-йыл ҙурая. Яңы йорттар, урамдар барлыҡҡа килә. Йәштәр ауылға ҡайтып ғаилә ҡора, йорттар һала. Оло хөрмәт йөҙөнән яҡташтары ошонда барлыҡҡа киләсәк урамға Рафаэль Сәлихов исемен биргән. Яҡын киләсәктә бында халыҡ артисының йорт музейын да төҙөргә планлаштыралар.