Республика йортонда хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте

Тулыраҡ: Республика йортонда хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте

Эшендә юғары уңыш ҡаҙанған ватандаштарыбыҙ араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы исеменә лайыҡ ғалимдар ҙа бар. Улар менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева аралашты.Техник фәндәр кандидаты Алексей Кругловтың фәнни карьераһында 20 патент. Үҙенең иң мөһим табыштарының береһе тип ул елләткес өсөн ҡыуыш ҡалаҡ өлгөһөн күрһәтә. Ошо берәмектән башҡа бишенсе быуын двигателе тураһында һүҙ йөрөтөүе лә мөмкин түгел, ти ғалим. Бөгөн уның тикшеренеүҙәре нигеҙендә яһалған өлгөләр авиация двигателдәре эшләүсе предприятиеларҙың береһендә тәжрибә үтә.10 йыл элек Алексей Анатольевич йыһан юлдаштары өсөн яғыулыҡ бактарын эшләү ысулын да уйлап тапҡан. Уларҙың элекке өлгөләре күрше илдә етештерелә., Бөгөн импортты алмаштырыу шарттарында юлдаштарҙың был берәмектәре Воронеж заводында эшләнә. Киләсәктә, бәлки, уларҙы Өфө металдар һығылмалығын тикшереү институты ғалимы уйлап сығарғандарына алыштырыу мөмкинлеге лә табылыр.

Институттың үҙендә инновация үҙәге бар. Бында заманса ҡоролмалар урынлаштырыған. Ғалимдар үткәргән төплө тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ошонда тәжрибә өлгөләренә әйләнә.Техник фәндәр докторы Венер Вәлитов 30 йылдан ашыу фәнни тикшеренеү эшмәкәрлеген никель ҡатнашмаларын өйрәнеүгә бағышлаған. Авиация двигателдәренең яртыһы ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә яһалған берәмектәрҙән тора. Бөгөн ғалим двигателдәргә тәғәйен әҙерләмәләрҙә ҡулланылған металл күләмен ҡыҫҡартыу мөмкинлектәрен уйлап тапҡан. Ғәмәлдә был асыш һаҡсыллыҡҡа килтерә.Металдар һығылмалығын тикшереү институтында 4 тиҫтә йылға яҡын Рафаил Ғәлиев та фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Бөгөн ул материалдар өйрәнеү, металл һәм ҡатнаш металдар лабораторияһын етәкләй. 17 уйлап табылған өлгө авторы. Шуларҙың өсәүһе ғәмәли ҡулланыш тапты, ти ғалим. Араларында иң яңыһы – нано кимәлендәге тәжрибәләр үткәреү сығанаҡтары. Һәм киләсәк двигателдәре өсөн углерод пластик нигеҙенә ҡоролған һаҡлағыс ҡалаҡтары.Уйлап табыусы ғалимдар фәнни ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмай. Бишенсе быуын двигателдәре киләсәк түгел, ысынбырлыҡ, ти улар. Металдар һығылмалығын фәнни-тикшереү институты ғалимдары бөгөн лайыҡлы наградалар ала. Уларҙың ҡаҙаныштары ысынбарлыҡта ла, киләсәктә ғәмәли ҡулланышта ҡалыуын раҫлай.