Банкет ни өсөн талаш менән тамамланған?

Тулыраҡ: Банкет ни өсөн талаш менән тамамланған?

Өфө полицияһы банкет ваҡытында алып барыусыға һөжүм итеү осрағы буйынса тикшереү башланы. Был хәл баш ҡала ресторандарының береһендә була. Тамада Альбина Ғәзиева хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ресторан директоры ҡатынға ҡул күтәргән һәм муйынын быуған. Альбина Ғәзиева – туй тантаналарының төп геройы. Ул тамада булып эшләй. Әммә бөгөн ханым үҙенең хоҡуғын яҡлап, ҡыйырһытыусыһын ғәҙел хөкөм итеү маҡсатында шәхси документаль фильмын төшөрөргә мәжбүр. Бында ул прокуратураға ғариза яҙа, ә бында судмедэкспертиза ишеге алдында.Ҡатын муйынындағы ҡул эҙҙәрен күрһәтә, был ресторан директорының эше. Альбина Ғәзиева әйтеүенсә, ул быуып үлтерергә теләгән. Ыҙғыш сираттағы банкеттан һуң сыға, сәбәбе сараны үткәргән өсөн аҡса түләргә теләмәүҙә. Зыян күреүсе үҙ хоҡуғын яҡлауҙы һорап полицияға мөрәжәғәт итә.Ғариза буйынса тикшереү барышында Тәфтишселәр һорауына төп ғәйепләнеүсе, билдәле ресторатор Вардан Мурадян яуап бирҙе. Ул иһә үҙ ғәйебен күрмәй, киреһенсә, тамаданы эсеп ғауғалап йөрөүҙә ғәйепләй. Ыҙғыштың сәбәбен дә ул ҡатныдың иҫерек булыуына бәйләй.Конфликтты үҙ-ара хәл итеү маҡсатында Альбина Ғәзиева йәнә ресторанға килә. Был юлы ул үҙенең талаптарын ишеттерергә теләй. Беренсенән уға банкет үткәргән өсөн аҡса түләргә тейештәрИкенсенән әхлаҡи зыянды талап итә. Уның суммаһҙы бер нисә тиҫтә мең һум менән баһалана. Ресторан директоры аҡса түләүҙән баш тартты, һәм был ваҡиға буйынса үҙ версияһын яҡларға теләүен белдерҙе. Осраҡ буйынса Енәйәт эшен асырғамы, юҡмы, полиция алдан тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хәл итәсәк. Бөтәһе лә суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләренән тора. Шулай уҡ был сетерекле ваҡиғала дөрөҫлөктө асыҡлауҙа полицияға Ресторанда урынлаштырылған видеокамера яҙмалары ярҙам итәсәк.