Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ислам дәүләте төркөмө террорсылары минометтарҙан С-риәнең төнъяҡ-көесығышында урынлашҡан ҡалала мәктәпте утҡа тотҡан. Кәм тигәндә 9 бала һәләк булған, 15-е яраланған. Улар 7-се-10-сы класс уҡыусылары.

Көнбайыш илдәре Ислам дәүләтенә ҡаршы көрәштә барлыҡ көстәрҙе туплап һәм шул уҡ ваҡытта башҡа террор төркөмсәләре барлығын онотоп ҙур хата яһай. Бөйөк Британияла баҫылып сыҡҡан яңы хисапҡа ярашлы, Сүриәләге оппозицияның 65 мең һуғышсыһы Ислам дәүләте идеологияһын яҡлай. Был ойошма юҡ ителгән осраҡта ла башҡа террорсылар көнбайышҡа ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуы ихтимал тип әйтелә унда.

Төркиәләге лабораториялар афған әфиунынан героин эшләр Европаға оҙата. Был турала Рәсәйҙең накотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте етәксеһе Виктор Иванов белдерҙе.

Донъяла тәүге тапҡыр старттан һуң ракетаның тәүге өлөшөн һаҡлап ҡалыуға ирешелгән. Хәҙер уны ҡайтанан ҡулланып буласаҡ. Был иһә сығымдарҙы бик күпкә кәмета. Йыһанға осоролған ракетаның тәүге өлөшө ракетанан айырылғас, зыян күрмәйенсә ергә төшкән.