Өфөлә “Хәҙерге йәмғиәттә, ғаиләлә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының роле” тигән ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә “Хәҙерге йәмғиәттә, ғаиләлә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының роле” тигән ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Сарала илебеҙҙең төрлө төбәктәре һәм яҡын сит ил ҡунаҡтары, психологтар, табиптар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ҡатын-ҡыҙҙарҙың көнүҙәк мәсъәләләре тикшерелде. Мосолман динендә, йәмғиәттә лә ирҙәр һәм ҡатын- ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы һәм уларға тиң бурыстар йөкмәтелгән. Бөгөн мосолман ҡатын-ҡыҙҙары нәҫел-ырыуҙы дауам итеү һәм ғаилә усағын һаҡлау кеүек бурыстарынан тыш, йәмғиәттең сәйәси, иҡтисади тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Әммә улар төп бурыстары хаҡында ла оноторға тейеш түгел тип белдерҙе конференция барышында баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. Әлиә Ғәйнуллина күптән түгел фажиғәле рәүештә тормош иптәшен юғалтҡас ике улы менән яңғыҙ ҡала. Балаларына дөрөҫ тәрбиә биреү, уларҙы мөхәббәттә һәм йылы мөнәсәбәттә үҫтереү өсөн үҙендә көс табырға теләп ислам дине ҡанундарын өйрәнә башлай. Ошо конференцияға ла ҙур өмөттәр бағлап килгән ул.Ғаилә мөнәсәбәттәре, балалар тәрбиәләүҙә һәм дингә өйрәтеүҙә әсәнең роле, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының әхлаҡи ҡиммәттәре һәм хоҡуҡтары, мосолман йәмғиәтендә ғаилә ҡиммәттәре кеүек темалар әленән-әле күтәрелә. Әммә был сарала иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙың белемле булырға тейешлеге һыҙыҡ аҫтына алынды. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, балалар менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыу , кейем һәм йәмғиәттә үҙеңде тотоу кеүек темалар ҙа ситтә ҡалманы. Конференция сиктәрендә башҡа традицион конфессиялар менән дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәү кеүек көнүҙәк темалар ҙа күтәрелде.