Башҡортостандың юл полицияһы бер кистә генә 213 иҫерек водителде туҡтатҡан

Тулыраҡ: Башҡортостандың юл полицияһы бер кистә генә 213 иҫерек водителде туҡтатҡан

Был турала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов үҙ блогында яҙып сыҡты. Эскән водителдәр махсус рейд барышында асыҡланған. 4 водителгә эскән килеш икенсе тапҡыр руль артына ултырған өсөн Енәйәти яуаплылыҡ янай. Бынан тыш 1 тәүлек эсендә 3 мең 300 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән. Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрский ҡалаларында авариялар буйынса хәл — киҫкен. Ошондай уҡ хәл Әлшәй, Бәләбәй, Бөрө, Борай райондарында ла күҙәтелә.