Яңы ҡоролма ярҙамында операция

Тулыраҡ: Яңы ҡоролма ярҙамында операция

БДМУ клиникаһында ҡорһаҡ аортаһы киңәйгән сирлеләрҙе хәҙер заманса ысул менән дауалайҙар. Ул элекке алымдан нимәһе менән айырыла? Пациент операцияны нисек кисерә? Нисә көндә йүнәлеп сыға? Аортаның киңәйгән өлөшөн протезға алмаштырыу өсөн хирургтарға быға тиклем сирленең ҡорһағын асырға тура килһә, хәҙер операциянан һуң ауырыуҙың янбашында бәләкәй яра эҙҙәре генә ҡаласаҡ. 4 сәғәтлек операция сәғәт ярымда, ике сәғәттә яһала. Операция өҫтәлендә 76 йәшлек ир. Ғүмере ҡыл осонда булған пациенттың сәләмәтлеге өсөн табиптарҙың ҙур бригадаһы көрәшә. Бөйөр артерияһынан алып ике аяҡҡа бүленеп киткән артерияларға тиклемге арауыҡтағы аорта шартламаһын өсөн уның эсенә махсус каркас урынлаштыралар.Операцияға әҙерләнгән сирленең ҡан тамырҙарын компьютер тамографияһы аша тикшергэндэн һуң, тик уның өсөн генә махсус стент- графт эшләйҙәр.Ул өс өлөштән тора.Заманса рентген ҡоролма — ангиограф аша экрандарға сығарылған операция барышын ординатура үтеүсе йәштәр ҙә күҙәтә.Стент-графт парашют кеүек асыла һәм сәләмәт аорта хәленә килә. БДМУ клиникаһында йылына ошондай алты операция эшләргә күҙаллай табиптар һәм ҡан баҫымы юғары булған һәр кемдең ҡорһаҡ аортаһының киңәйеү хәүефе аҫтында булыуы тураһында иҫкәртә, ҡан баҫымын һәр ваҡыт контролдә тоторға кәңәш итә.