Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һиндостандың иң ҡиммәтле ҡомартҡыһы Тадж-Махал ярты йыллыҡ тәнәфестән һуң ҡунаҡтар өсөн ишектәрен аса. Танылған мөхәббәт һәйкәле яңы ҡағиҙә буйынса тәүлегенә 5 меңдән артыҡ кешене ҡабул итмәй. Биләмәгә үтергә теләгән һәр кем термик тикшереү үтергә, мотлаҡ битлек кейергә тейеш. Хөкүмәт илдә иҡтисад тармаҡтарын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иткәс тә туризм индустрияһы башҡа тарихи урындар менән бер рәттән күп айлыҡ юғалтыуҙар кисергән Тадж-Махалды ла асыуҙы талап иткән.

Бразилияла урман янғындары сәбәпле федераль кимәлдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Әлегә тиклем Мату-Гросу-ду-Сул штатында ғына дөрләгән янғын илдең башҡа төбәктәрен дә ялмай. Пара штатында янғын һүндереүселәр етешмәй. Шотландия майҙанына тиң Триунфу-ду-Шингу милли паркында, мәҫәлән, янғын һүндереүселәрҙең бары биш кешенән торған командаһы эшләй.

Үткән аҙнала Мадридта пандемияның беренсе тулҡыны ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үтте. Короллектә уларҙың һаны 31 меңдән ашыу. Испания әле булһа Европа Берләшмәһе дәүләттәре араһында КОВИД19 таралыу күрһәткесе буйынса алдынғы урында ҡала. Мадридтың көньяҡ өлөшө һаман карантин шартында. Урындағы халыҡ ошо уңайҙан ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, изоляция саралары сир таралыуын иҫкәртә алмай, сөнки кешеләр эш урындарына йәмәғәт транспортында барырға мәжбүр. Испания властары пандемия сәбәпле башҡаланы сикләргә тәҡдим итә, әммә Мадридта йәшәгән кешеләр тотош карантин иғлан итеүгә ҡаршы сыҡҡан. Ҡаршылыҡ акцияһында йәштәр генә түгел өлкән йәштәгеләр ҙә ҡатнаша.

Грецияла иһә карантин сикләүҙәренә ҡаршы артистар сығыш яһай. Ижади хеҙмәткәрҙәр Афинала хеҙмәт министрлығы бинаһы ҡаршыһында йыйылған. Демонстранттар фекеренсә сәнғәт өлкәһендәге сикләүҙәр уларҙы килемһеҙ ҡалдыра. Карантин саралары Греция башҡалаһында йәйге ялдан һуң сир йоҡторғандар һанының киҫкен артыуы сәбәпле индерелгәйне. Афинала көнөнә 300 кешелә сир осрағы теркәлә, реанимацияға эләккәндәр һәм һәләк булғандар һаны ла арта. 21 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Афинала ресторан һәм ашханалар ябыҡ, ҡалала бар концерт, спектакль, кинокүрһәтеүҙәр тыйылған. Германия етәкселеге лә граждандарҙы санитар ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәргә өндәй. Пауль Эрих исемендәге вакцина һәм биомедицина дарыуҙарын әҙерләү институты етәксеһе дәүләттә коронавирусҡа ҡаршы тәүге вакцинаның теркәлеүе 2020 йылдың аҙағы — 2021 йылдың башында көтөлә, тип белдергән.