Башҡорт ихаталары программаһы буйынса тәртипкә килтерелгән биләмәләр тикшереләсәк. Әгәр етешһеҙлектәр асыҡлана икән улар ремонт башҡарыусы иҫәбенә төҙәтеләсәк. Бынан тыш, 19 муниципалитетта 50-гә яҡын подъездың сифатһыҙ ремонтланыуы асыҡланған. Уларҙың барыһы ла ҡайтанан төҙәтелде. Башҡортостанда әле күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау тамамлана. Подрядсы ойошмалар 1 октябргә тиклем эштәрҙе тапшырырға тейеш. Оҫтаның ҡулдары етеҙ хәрәкәттәр менән подъездға йәм өҫтәй. Оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгән йорт өс аҙна эсендә танымаҫлыҡ итеп үҙгәргән. Әле подъездарҙа эш тамамланыуға табан бара, подрядсылар стена-иҙәндәрҙе буяу-һылау, ағартыу эштәре менән булыша. Беренсе ҡаттың иҙәндәренә керамик плиткалар йәйелгән, ингән урында яңы ишек урынлаштыраһы ҡалған.Йортҡа ингән урында фасад та йүнәлтелә. Өҫтәүенә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән подъездарға пандустар ҡуйыла.Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ике йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл эштәр 1 октябргә тиклем тапшырылырға тейеш.Ә был күп ҡатлы йортҡа килеп инеү менән яҡты һәм таҙа подъездға эләгәһең. Бында программа буйынса капиталь ремонт тамамланған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, подрядсылар эштәрен еренә еткереп башҡарған. Программа сиктәрендә штукатур-маляр эштәренән тыш, баҫҡыстар ремонтлана, электр сымдары, почта йәшниктәре һәм тәҙрәләр яңыртыла. Почта йәшниктәренең төрөн, стеналарҙың төҫөн дә йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайлаған. Әйткәндәй, пандемия сәбәпле ремонт эштәренең башҡарылыу ваҡыты ла, күләме лә үҙгәргән.Быйыл исемлектән төшөп ҡалған йорттарҙа киләһе йылда ремонтты тәү сиратта башлаясаҡтар. Программаға кәм тигәндә 5 йыл дауамында төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған йорттар инә ала. Бының өсөн урындағы халыҡҡа йыйылып, протокол төҙөргә һәм район хакимиәтенә йүнәлтергә генә кәрәк.
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау тамамлана
Тулыраҡ: Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау тамамлана