Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11 төрө буйынса тәүге 15 тренер билдәләнгән дә инде. Уларға йыл аҙағына тиклем 600 мең һум бирелә. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был башланғыс киләһе йылда ла дауам итә.
«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды
Тулыраҡ: «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды