Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “Башҡортостан ихаталары” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Медицина үҫешенә Хөкүмәт айырыуса ҙур иғтибар бирҙе- онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау программалары булдырылды. Ултырышта коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде.
Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды
Тулыраҡ: Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды