Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ҡараны.Урал батыр ниңә арыҫлан еккән, Һомайҙың сәсе ни эшләп йәшел, Аҡбуҙат ни өсөн шундай уйсан. Башҡорт телендәге беренсе йәнһүрәт авторҙары тәүге тамашасылар алдында етди яуап тота. Хәйер, йөҙәрләгән йәнһүрәт ҡарап, башҡорт эпосын тиҫтә ҡабат уҡып сығып 8 йыл күңелендә уй йөрөткән йәнә 8 ай дауамында үҙенсәлекле образдар ижад иткән рәссамдар төркөмө етәксеһе өсөн был һорауҙар көтөп алынған. Тап ошондай ҡыҙыҡһыныуға иҫәп тоттоҡ та инде, ти Дамир Мөхәмәтйәров.Малайҙарҙы һуғыш-алыш күренештәре, ағай-эне мөнәсәбәттәре ҡыҙыҡһындырһа, ҡыҙҙар геройҙарҙың ҡиәфәтенә, кейеменә иғтибар иткән. Анимацион фильмдың мөхәррире Гөлназ Ҡолһарина йәнһүрәт ҡәҙерен яҡшы белә. Ул етәкләгән балалар телерадиоканалы тәрбиәләнеүселәре был өлкәлә бай тәжрибә туплаған. Әммә “Урал батыр”ҙың яңы өлгөһөнә әлегә тиңдәр юҡ, тигән фекерҙә Гөлназ Фәрит ҡыҙы.Заманса мауыҡтырғыс мажаралар тураһындағы хикәйәттең нигеҙенә халҡыбыҙҙың милли эпосын һалыу идеяһын “Аҡбуҙат” журналы 2018 йылдан башлап бойомға ашыра. Балалар журналы республика халыҡтары һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы грантын алғайны. Ошо грант аҡсаһына комикстар һәм йәнһүрәт эшләнгән. Комикстар “Аҡбуҙат” журналында баҫылып ҡына ҡалмай айырым китап булараҡ та донъя күргән.Дауамы бармы. Башҡорт телендәге өр-яңы йәнһүрәт тамашасыларын тәү сиратта борсоған ошо һорауҙы иң юғары баһа тип билдәләргә мөмкин. Тимәк ҡыҙыҡһындырҙы, тимәк оҡшаны, тимәк хәтерҙә ҡалды. Балалар ғына түгел, ата-әсә лә хәҙер “Урал батыр”ҙың яңы серияһын көтә. Ижади төркөм “Урал батырҙы” артабан тулы йөкмәткеле йәнһүрәт сериал дәрәжәһенә еткерергә ниәтләй. Беренсе башҡорт йәнһүрәтен киләсәктә рус теленә тәржемә итеү теләге лә бар.
Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы
Тулыраҡ: Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы