«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ башаҡтары, уҡҡа нығытылған һөйәктәрҙең ниндәйе генә юҡ. Күрәһең һунар итеүҙә һәм яуҙа бындай ҡоралдар иң уңайлыһы булғандыр. Был экспонаттарҙы республиканың Боронғо Өфө тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы ойошторған « Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһендә табырға була. Энә булһынмы, бармаҡсы, йә булмаһа сүкеш, уныһы ла һөйәктән. Хатта мунсаҡтар, бетеүҙәр һәм башҡа тамға һалынған биҙәүестәр. Һөйәк ҡоралдарҙы көнкүрештә йыш ҡулланыу урта быуатта Өфө-II ҡаласығы кәсепселәренең юғары оҫталығы һәм ҡаласыҡтың сит сауҙәгәрҙәрҙе үҙенә ылыҡтырып торорлоҡ кимәлдә булыуы тураһында һөйләй. Башҡалабыҙ уртаһында ата-бабаларыбыҙ йәшәгән әллә нисә быуатты үҙ эсенә алған,тәрән, бер нисә мәҙәни ҡатлам бар. Унда табылған артефакттарҙы күргәҙмәләргә ҡуйыуҙың маҡсаты – мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау ғына түгел. Тарихты өйрәнеүселәр өсөн төп сығанаҡ булған археологик ҡомартҡыларҙы һаҡлау өсөн тейешле шарттар һәм өҫтәлмә һаҡлау үҙәктәре булдырыу көнүҙәк мәсъәлә.Боронғо Өфө тарихи-мәҙәни музей ҡурсаулығы асылғандан алып 40-лаған күргәҙмә ойошторолған. Уларҙың һәр береһе айырым темаға бағышланған. Сираттағыһы урта быуат башында Өфө ярымутрауында һөйәк эше оҫталарының сәнғәтен күрергә була.
Тарих менән киләсәкте бәйләп
Тулыраҡ: Тарих менән киләсәкте бәйләп