Төп шыршы байрамы

Тулыраҡ: Төп шыршы байрамы

Өфөләге Яңы йыл байрамына Бөтә Башҡортостандан һигеҙ йөҙгә яҡын алдынғы уҡыусы, олимпиада, ижади конкурстар, спорт бәйгеләре еңеүселәре, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр йыйылды. Тамаша «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.

Республиканың төп шыршы байрамына барыу бәхете Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 6-сы класында белем алыусы Әйшә Кинйәбаеваға ла йылмайҙы.

Төп шыршы байрамына быйыл 780 бала саҡырылды. Шуларҙың 272-һе йыраҡ райондарҙан килде. Улар өсөн балалар шифаханаһының береһендә өс көнлөк ял ойошторолдо.

Салауат районынан килеүселәр араһында үҙенең сихри моңо менән күптәрҙе әсир иткән, бихисап йыр конкурстары еңеүсеһе Наҙгөл Отузова ла бар.

Сәхнәлә артистар әкиәтте йәш тамашасылар хөкөмөнә сығарыр алдынан тағы ла бер ҡабатланы. Был арала Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу фойела йыйылған балаларҙың күңелен күрҙе. Сағыу уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы, шуҡлығы, аҡылы, хәйләкәрлеге менән таң ҡалдырған әкиәт персонаждары һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – быларҙың барыһы ла балаларҙың күңелен арбаны.

Илдә шыршы байрамының абруйлы, мәртәбәлеһе, әлбиттә, төп шыршы байрамы. Был сарала һәр бала иң сихри теләктәренең тормошҡа ашыуын теләне.

Республиканың төп шыршыһына йыйылған ҡыҙҙар-егеттәр онотолмаҫ тамаша ҡылды. Киләсәктә тырышып уҡырға, һәр саҡ алдынғылыҡҡа ынтылыу өсөн яңы дәрт алды.