Республика инвестициялар йәлеп буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инергә тейеш.

Тулыраҡ: Республика инвестициялар йәлеп буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инергә тейеш.

Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов министрлыҡтар, ведомстволар, ойошмалар етәкселәре алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Әлегә Башҡортостандың инвестициялар йәлеп итеү күрһәткестәре яҡшыларҙан түгел. Быны 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса милли рейтинг та раҫлаған. Төбәктә эш асып ебәреү еңелдән түгел. Һорау алыу күрһәтеүенсә, эшҡыуарҙарҙың 26 проценты ошо турала белдергән. Шәхси балалар баҡсалары, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һәм ялын ойоштороу, уларҙы туҡландырыу, медицина, социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә хәл маҡтанырлыҡ түгел.