Ниндәй Яңы йыл инде ул шыршыһыҙ?! Урман һылыуҡайы байрамдың биҙәге. Бөгөн магазиндарҙа яһалма шыршыларҙың ниндәйе генә һатылмай. Ләкин халыҡ тәбиғи, урманда үҫкән шыршыға өҫтөнлөк бирә. Республиканың һалым һалыу хеҙмәте менән урман хужалығы министрлығы рөхсәтһеҙ һатыу осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдҡа сыҡты. Шыршы Яңы йылдың төп биҙәге. Декабрь баштарында уҡ баҙарҙарҙа урман ҡупшыҡайҙары менән сауҙа итеү башлана. Хаҡтар ағастың төрөнә ҡарап билдәләнә. Ҡарағай 450 һумдан башланһа, шыршы 600 һумдан алып 40 менгә тиклем.Закон талаптарына ярашлы, шыршыларҙы тик махсус урындарҙа ғына һатып алырға кәрәк. Урман кодексы халыҡҡа уларҙы үҙ белдеге менән киҫеп һатыуҙы тыя. Ҡупшыҡайҙарҙы һатыу өсөн махсус документтар булырға тейеш. Филарет Ғәйнуллин был урында икенсе көн сауҙа итә. Шыршыларҙы ул Белорет районынан алып килгән.Ылыҫлы ағастарҙы урманға зыян килтермәй генә лә әҙерләргә мөмкин. Электр селтәрҙәре үткән урындар, баҫыуҙар ағастарҙан даими таҙартыла. Унан килгән табышты урман фондын һаҡлауға, сүп-сарҙан таҙартыуға тотонорға була, ти Баҡалы районынан килгән һатыусы.Әлбиттә, законға ҡаршы барыусылар ҙа табыла. Шуға күрә лә рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыусыларҙы язаға тарттырыу саралары билдәләнгән..Ҡала баҙарында һәм башҡа урындарҙа, шулай уҡ ауылдарҙа ла шыршы менән сауҙа итеүселәрҙең документтары даими тикшерелә. Әлбиттә, магазинда яһалма шыршыларҙың ниндәйе генә һатылмай. Ә тәбиғи, урманда үҫкән шыршыға өҫтөнлөк биреүселәрҙе законһыҙ ҡырҡылған ағасты һатып алып енәйәтсе менән бегә закон боҙмаҫҡа саҡыраһы ҡала.
Шыршы ҡупшы кейенгән
Тулыраҡ: Шыршы ҡупшы кейенгән