Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар туғыҙ меңдән ашты

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар туғыҙ меңдән ашты

Әле стационарҙа 84, амбулатор 673 кеше дауалана. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2 кеше ауыр хәлдә. КОВИД-19-ға бер миллиондан ашыу кеше тест тапшырған. Килеп тыуған шарттарҙа Өфөнөң бишенсе дауаханаһын йоғошло ауырыуҙар госпитале итеп үҙгәртергә ҡарар ителгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау үҙәге төҙөләсәге тураһында белдерҙе. Ул 15-се декабргә тиклем файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле 65 йәштән өлкәндәр үҙ изоляция режимын һаҡларға тейеш. Уларға аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алыу өсөн генә урамға сығырға рөхсәт ителә. Башҡортостан башлығы санитар талаптарҙы үтәүгә контролде көсәйтергә саҡырҙы.