Башҡортостан Хөкүмәте “Башнефть” компанияһы менән инвестиция килешеүе төҙөнө

Тулыраҡ: Башҡортостан Хөкүмәте “Башнефть” компанияһы менән инвестиция килешеүе төҙөнө

Документҡа ярашлы ойошма, дәүләт ярҙамы булараҡ, милеккә һалым түләүҙән азат ителә. Компания иһә, үҙ сиратында, элементар көкөрт етештереү буйынса өҫтәмә линия төҙөй. Ул Өфө нефть эшкәртеү заводы биләмәһендә ҡорола башланы. Проект тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтте иҫәпкә алып бойомға ашырыла. Яңы етештереү линияһы атмосфера һауаһына кире йоғонтоно кәметеүгә йүнәлтелгән. Яҡтар тәүҙә Башнефть-УНПЗ филиалы биләмәһендә Башҡортостан Республикаһы менән “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса даими комиссияның күсмә ултырышында фекер алышты. Радий Хәбиров Өфө нефть эшкәртеү комплексы эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Генераль директор Хәсән Татриев Республика башлығын компанияның етештереү ҡеүәттәре һәм инвестиция сәйәсәте менән таныштырҙы. Яңы етештереү динияһын сафҡа индереү Өфө нефть эшкәртеү заводында юғары технологиялы мотор яғыулыҡтары етештергәндә барлыҡҡа килгән көкөрт-водород миҡдарлы газды утилләштереү күләмен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Көкөрт һәм башҡа ағыулы матдәләр бүленеп сығыуға кәртә ҡуйып нефть эшкәтеү комплексы атмосфераға зарарлы йоғонтоно сикләй. Яңы технологик линия 2 мең ярымдан ашыу майҙанда төҙөлә. Әле бында буласаҡ ҡоролмаларҙың яртыһы тиерлек төҙөлгән. Предприятие линияны 2023 йылдың майында файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Төҙөлөш майҙандарын ҡарағандан һуң күсмә комиссия ултырышын Республика Йортонда дауам итте. “Башнефть” акционерҙар йәмғиәте менән Республика Хөкүмәте араһында Элементар көкөрт етештереү ҡоролмаһы резерв технология линияһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүгә ярашлы “Башнефть” проектты финанслау менән өҫтәмә эш урындарын булдырыу йөкләмәһен ала. Комиссия ултырышында яҡтар шулай уҡ социаль мәсьәләләр өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтеү, экологик талаптарҙы үтәү, инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм элек ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үтәү барышы тураһында фекер алышты.