Хәүефһеҙ ял

Тулыраҡ: Хәүефһеҙ ял

Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының йәмәғәт советы һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһаны, яңы пландар ҡуйҙы, фекерҙәр менән бүлеште. Быйыл республикала 90 пляж эшләне. 12 райондағы ҙур һыуһаҡлағыстар айырыуса күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Киләһе йылда пляждар һанын 100 тиклем еткереү көтөлә. 2020 йылда Башҡортостан йылғаларында 144 кеше батып һәләк булған, шуларҙың 16-һы балалар. Иҫерткес эсемлектәр эсеп һыу инеү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу төп сәбәптәрҙең береһе һанала. Балалар хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибарҙы бүлеү талап ителә. Профилактик рейдтар менән генә сикләнмәй, кескәйҙәрҙе йәй көнө генә түгел, ҡышын да йөҙөргә өйрәтеү кәрәк, тип билдәләнде йәмғәт совет ултырышында. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары эште район хакимиәттәре менән бергә башҡарғанда ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү күпкә еңелерәк буласаҡ.