Өфөлә унлаған кеше бер ҡатлылығы арҡаһында “Уфимские деньги” ойошмаһынан зыян күргән. Улар бер нисә йыл элек үҙ мөлкәтен үтескә ҡалдырып, процентҡа аҡса алған. Һөҙөмтәлә уларҙың фатирҙары йә иһә машинаһы һатылған булып сыға, өҫтәүенә ай һайын түләнгән процент хаҡында кәрәкле ҡағыҙ булмау сәбәпле, директорға бурыслы булып ҡалған. Ойошма етәксеһе үҙен ғәйепле тип таныймы? Глеб Вязовой бер нисә йыл элек үҙ шәхси эшен асырға ниәтләнә. Тик бының өсөн уға ярайһы уҡ аҡса талап ителә. Ярҙам һорап ул “Уфимские деньги” ойошмаһы етәксеһе Андрей Куликовҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, ир фирманан 4 миллион һум аҡса ала. Тик “ышанысты нығытыр” өсөн ул етәксе ҡушыуы буйынса үтескә (залог) фатирын ҡалдырырға тейеш булған. Кемдең күпме аҡса алғанын бизнесмен тап ошо көндәлеккә теркәп барған. Глеб Вязовой процентты ай һайын түләп барыуы хаҡында бер ниндәй ҙә ҡағыҙ алмаған. Яҡын таныш ине, шуға ла уға ышандым, тип үкенә ул. Алынған сумманы проценттары менән түләп бөтөп, ике йыл үткәндән һуң, суд приставтары уны фатирын бушатыуҙарын һорай. Шулай ҙа Глеб Вязовой үҙ милкен кире ҡайтара ала, әммә бурысын ваҡытындап түләп бөтөүе тураһында ҡағыҙ булмау сәбәпле, ул фирмаға йәнә 4 миллион һум аҡса бирергә тейеш. Ошондай уҡ хәлгә Наталья Шалаева ла эләгә. “Уфимские деньги” фирмаһынан ул 150 мең һум аҡса алып, әсәһенең берҙән-бер бүлмәһен үтескә ҡалдыра. Зыян күреүсе һүҙҙәренсә, бурысҡа алынған аҡсаны ваҡытында түләп бөтә алмағас, Андрей Куликов мөлкәтен һатырға тәҡдим итә. Артып ҡалған аҡсаны мотлаҡ кире ҡайтарырмын, тип вәғәҙәләй ул.Был ойошмаһы тураһында беҙҙең ижади төркөм бынан алдағы йылдарҙа ла һөйләп үткәйне.“Уфимские деньги” рекламаһын элек ҡаланың һәр бер урамында тиерлек осратырға мөмкин ине. Тап ошо урындан халыҡ аҡса алырға һәм үҙҙәренең проценттарын түләргә килгән. 2017 йылда был ойошма ябыла, әммә зыян күреүселәр һүҙҙәренсә, улар әлегә икенсе урында эшләй. Шаһиттар билдәләүенсә, ойошма хеҙмәткәрҙәре әле башҡаларҙан тик бирелгән аҡсаның процентын йыйыу эше менән мәшғүл. Уның директоры Андрей Куликов, зыян күреүселәр билдәләүенсә, бер үк схема менән эш иткән. Йәғни улар мотлаҡ үҙҙәренең йә фатирын, йә машинаһын үтескә ҡалдырырға тейеш булған. Быны бизнесмендың элекке хеҙмәттәше Андрей Бугаев та иҫбатлай. Андрей Бугаев үҙе полицияға барып, ошо схема тураһында һөйләй. һөҙөмтәлә ул бер йыл изоляторҙа һәм ярты йыл колонияла ултырып сыға. Ә “Уфимские деньги” ойошмаһы етәксеһе иһә дүрт йылға иркенән мәхрүм ителә, тик изоляторҙа ултырғаны өсөн суд барышында уҡ иреккә сығарыла. Ул үҙен ғәйепле, тип танымай.Андрей Куликовты ни бары “Мутлашыусы” статьяһынан ете эпизод буйынса ғына ғәйепләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ул 60 миллион һумдан ашыу аҡсаға кешеләрҙе алдаған. Клиенттарҙың күбеһе бер ҡатлылығы арҡаһында мөлкәтһеҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған. Шуға ла белгестәр, ниндәй ҙә булһа кешенән аҡса алыр алдынан проценттарҙы түләп барыу тураһында кәрәкле ҡағыҙҙар тултырырға кәңәш итә. Ә зыян күреүселәргә иһә хәҙер суд аша үҙҙәренең хоҡуғын яҡларға кәрәк буласаҡ.
“Уфимские деньги” ойошмаһына дәғүә
Тулыраҡ: “Уфимские деньги” ойошмаһына дәғүә