80 йәшен ҡыуған ир тиҫтәнән ашыу ғүмерен закон боҙоусылар менән көрәшкә бағышлаған. Йортоноң ҡаршыһында төҙөлгән бинаны законһыҙ тип таныуға ирешкән Наил Сәлимов. Әммә 8 йыл инде суд ҡарары ғәмәлгә ашырылмай. Йорттарының ҡаршыһында барлыҡҡа килгән законһыҙ төҙөлөш менән Наил Сәлимов 12 йылдан ашыу көрәшә. Ошо ваҡыт эсендә төрлө инстанцияларға йөрөп, рәсми ҡағыҙҙар менән ике папка тулды инде, ти ул. Пенсионерҙың тырышлығы бушҡа булмаған. 2014 йылда суд ҡарары менән төҙөлөштө законһыҙ тип тапҡандар һәм һүтергә ҡушҡандар. Әммә был ҡарарҙы ғәмәлгә ашырыусы булмаған.Йортто емереү түгел, ә төҙөлөш эштәре һаман дауам итә. Наил Сәлимов әйтеүенсә, быйыл сентябрь башында ғына өсөнсө ҡатҡа яңы тәҙрәләр алып килеп ҡуйғандар. Өҫтәүенә, бинаны тәүлек әйләнәһенә ҡарауылсылар һаҡлай, ти ул. Ошо төҙөлөш менән көрәшеп, хатта үлемдән ҡалдым, ти Наил Сәлимов. 2014 йылда яңы ғына инфаркт кисергән иргә ишек алдында уҡ һөжүм иткәндәр.Билдәһеҙ кешеләр өс көн буйына пенсионерҙы язалап, аҡса таптырған. Һөҙөмтәлә, ир баш мейеһе һелкенеүен, йөрәк өйәнәген кисереп, башҡа йәрәхәттәр алған. Аяҡҡа баҫҡас та, ғәҙеллек өсөн көрәшсе үҙ эшен дауам итә. Хужалар шәхси йорт төҙөһә бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ ине, әммә улар тәғәйен билмәнән сығып, урамдағы юлды ҡаплаған. Хәҙер был күп фатирлы йортто социаль торлаҡҡа әйләндерергә йыйыналар. Шуға ла бинаны һүтеү тураһындағы ҡарар бер-нисә тапҡыр үҙгәртелеп торғас, суд ҡарарын бойомға ашыра алманыҡ, тинеләр суд приставтары.Әммә Мәктәп тыҡрығында йәшәүселәр был ҡарар менән дә риза түгел. Юл юҡлығына күнегеп бөтһәк тә, санитар нормаларҙы үтәмәйсе төҙөлгән йортта кешеләр йәшәй башлаһа, һис шикһеҙ, яңы проблемалар барлыҡҡа киләсәк, ти Наил Сәлимов.
80 йәшлек көрәшсе
Тулыраҡ: 80 йәшлек көрәшсе