Коронавирусҡа бәйле хәл етди күҙәтеүгә алынған

Тулыраҡ: Коронавирусҡа бәйле хәл етди күҙәтеүгә алынған

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл етди күҙәтеүгә алынған, әммә уның насарайыуы ихтимал. Республика етәксеһе Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы буйынса оператив штаб ултырышында төбәктә эпидемиологик хәлгә шундай баһа бирҙе. Видеоконференция режимындағы ултырышты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова үткәрҙе. Унда һаулыҡ һаҡлау системаһының Ковид-19 менән ауырыусылар артыуға әҙерлеге тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостандағы хәл тураһында һөйләп, Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау үҙәге төҙөләсәге тураһында белдерҙе. Ул 15-се декабргә тиклем файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә.