Эпидемиологик хәл грипҡа ҡаршы прививка эшләтеү осорон иртәрәк башлауҙы талап итә. Табиптар һаҡланыу сараларын үтәргә кәңәш бирә. Әлеге ваҡытта киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны йылдам артҡан. Ҡайҙа прививка эшләтергә? Иммунитетты нисек көсәйтергә? Грипҡа ҡаршы привиканы Ольга Юськова йыл да эшләтә. Терапевт уның хәлен һорашып, тамағын тикшергәндән, тән температураһын, ҡан баҫымын үлсәгәндән һуң привикаға рөхсәт бирә. Участка терапевтары 4 сәғәт эсендә 30-40-лап пациентты ҡабул итә. Һуңғы айҙарҙа сәләмәтлеген тикшереү теләге менән килеүселәр артты, ти терапевт Айһылыу Искәндәрова. Октябрь башына ҡарата гриппҡа ҡаршы привиканы төбәк халҡының 17 проценты эшләткән. Улар араһында үҙ теләге менән эшләтеүселәр күп. Ольга Юськова кеүек үк Илзирә Аллабирҙина ла прививканың иммунитетты көсәйтеүенә ышана.Белгестәр грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияны йоҡтормау өсөн һалҡын алдырмаҫҡа, витаминдар эсергә һәм һаҡланыу сараларын күрергә кәңәш итә. Бәләкәстәрҙең сәләмәтлеге лә иғтибар үҙәгендә. Баш ҡаланың 95-се балалар баҡсаһында һәр төркөм өсөн айырым инеү урыны ойошторолған. Битлек кейеү ата-әсәләргә ҡарата төп талап. Көн дауамында ҡулдарҙы йыш йыуыу ҙа ғәҙәти күренеш. Туҡланыуға ла айырым иғтибар. Менюға А, С витаминдарына бай ризыҡтар индерелгән. Коридор, бүлмәләрҙә кварц лампалары менән һауа таҙартыла. Хеҙмәткәрҙәргә һәм, ата-әсәләрҙең теләге менән, балаларға грипҡа ҡаршы прививка эшләнелә. Балалар баҡсаһына бөтәһе 8 төркөмгә яҡынса 500 бала килә. Сентябрь айында шуларҙың 25-е киҫен респиратор вируслы инфекция кисергән. Уларҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн саф һауала уйындар, физик күнекмәләр үткәрелә. Грипҡа прививканы ғәҙәттә йыл аҙағына тиклем эшләтергә мөмкин булһа, быйыл табиптар поликлиникаларга иртәрәк мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә. грипп һәм короно вирус инфекциялары бергә ҡушылып, сир эҙемтәләре тағы ла хәүефле рәк булыуы ихтимал тип иҫкәртә улар.
Табиптар быйыл гриптан айырыуса һаҡланырға кәңәш итә
Тулыраҡ: Табиптар быйыл гриптан айырыуса һаҡланырға кәңәш итә