Республиканың һәр белем биреү ойошмаһы сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһына күсергә тейеш, бының өсөн белем усаҡтарын контейнерҙар менән тәъмин итеү мотлаҡ Төбәк башлығы Радий Хабиров ҡушыуы буйынса булдырылған проект үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ошо көндәрҙә башҡалабыҙ һәм яҡындағы район үҙәктәре мәктәптәренә бина эсендә урынлаштырыла торған контейнерҙар тапшырылды. Ҡағыҙ, пластик һәм сортҡа бүленмәй торған сүп-сар өсөн. Һәр уҡыу йортона бер, йә ике комплект контейнер тәғәйен. Сүп-сар өсөн һауыттар балалар иҫәбенән сығып бирелә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һәр уҡыу йорто бинаһы эсендә сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар торорға тейеш. Бының өсөн республика бюджетынан аҡса бүленгән. Эште Республика балалар экология–биология үҙәге яйға һалған. Был юлы башҡала һәм яҡын тирәләге район үҙәге мәктәптәренә 419 контейнер тапшырылды. Мәктәптәрҙә хәҙер экология мәсьәләһенә айырым баҫым яһала. Өфөнөң 100-се мәктәбе уҡытыусылары мәҫәлән, ҡала һәм республика кимәлендә ойошторолған экологик проект, акцияларҙан ситтә ҡалғандары юҡ. Ғилми конференцияларҙа, экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша улар. Хәҙерге заманда тәбиғәтте һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер ысулы - ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы системаға һалыу, тип иҫәпләй республика балалар экология-биология үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Аңлатыу эштәре балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙән башланырға тейеш. Ошо йәһәттән проектты ойоштороусылар сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса методик тәҡдимдәр, экодәрестәр әҙерләгән.Был проект әлегә башҡалабыҙ һәм район үҙәге мәктәптәрендә бойомға ашырыла. Яҡын арала ауыл мәктәптәрендә лә ошондай сағыу төҫлө контейнерҙар ҡуйыласаҡ.
Сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһы
Тулыраҡ: Сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһы