Уның сиктәрендә бөгөн партияның Башҡортостан бүлексәһе төбәк конференцияһы үтте. Конференцияла 307 делегат ҡатнашты. Улар 2015-се йылда башҡарылған эшкә йомғаҡ яһай һәм партияның 15 съезына делегаттар һайлай.
Ойошма тураһында һүҙ йөрөткәндә, уның ағзалары һаны түгел, ә әүҙем эш башҡарыусылар иҫәбе мөһим, тине партияның төбәк конференцияһында Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы Берҙәм Рәсәйҙең халыҡты берләштереүсе көс булыуын һәм уның йәмәғәт алдында торған бурыстарҙы үтәүгә етди этәргес биреүен билдәләне. Конференцияла ҡатнашыусыларҙы ул республика иҡтисады торошо менән таныштырҙы.