Форд Мондео инспектор талабын инҡар итеп ҙур тиҙлектә ҡаса башлай. Водитель тәүҙә ҡаланың үҙәк урамдарында, һуңынан шәхси секторҙа йәйәүлеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып машинаһында елдерә. Ғафури урамында водитель ҡулға алына. Ул иҫерек булып сыға. 28 йәшлек ирҙе инспекторҙар тәүгә генә ҡулға алмай. Быға тиклем ул водитель таныҡлығынан тап эскән килеш автомобиль менән идара иткәне өсөн мәхрүм ителгән булған.
Туймазы районында полиция хеҙмәткәрҙәренә иҫерек водителде ҡыуып тоторға тура килде
Тулыраҡ: Туймазы районында полиция хеҙмәткәрҙәренә иҫерек водителде ҡыуып тоторға тура килде