Башҡортостанда иң юғары эш хаҡын нефтселәр ала

Тулыраҡ: Башҡортостанда иң юғары эш хаҡын нефтселәр ала

Республика Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, нефть табыу һәм эшкәртеү тармағында эшләүселәр айына уртаса 59 мең 200 һум хеҙмәт хаҡы ала.

Артабан ҡаҙылма байлыҡтар табыу өлкәһендә эшләүселәр килә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә 45 мең ярым һум түләнә. Транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереүселәр, ағас эшкәртеү сәнәғәтендә шөғөлләнеүселәрҙең эш хаҡы артҡан. Бөгөнгә тәүгеләре 31 мең, һуңғылары 20 мең һум ала. Ә түбән эш хаҡы элеккесә аяҡ кейеме һәм күн етештереүселәрҙә. Уларға айына уртаса 11 мең һум түләйҙәр. Дөйөм алғанда, Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 25 мең 200 һум.