Йөрәккә ҡан килһен өсөн махсус катеторҙар аша шыйыҡ азот ебәрелә. Химик ҡатнашма билдәле бер температурала ғына тора. Республикалағы ошондай тәүге операция барышын беҙҙең хәбәрселәр ҙә күҙәтте. Ауырыуҙың ян башынан ҡан тамырына үткәрелгән катетр аша шыйыҡ азот ебәреү хәҙерге медицина өсөн сағыштырмаса яңы ысул. Бынан яҡынса ун йыл элек ғалимдар тәҡдим иткән дауалау юлдары Рәсәйҙә яңы күренеш тип һанала. Тап шыйыҡ азот тамырҙарҙа температураны һаҡлап ҡына ҡалмай, ул инфаркт сиренә килтергән факторҙарҙы юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә.
Башҡортостанда криоблация ысулы менән операция яһау әлегә икенсе көн генә башҡарыла. Быға тиклем йөрәк тамырҙарын таҙартыуҙа радио йышлыҡ тип аталған дауалау төрө ҡулланылһа, яңы шарттар ауыр сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу мөҙҙәтен күпкә аҙайтыу мөмкинлеген бирә.
Криоблация ысулы сирлеләрҙең үҙҙәрендә лә ҙур ышаныс тыуҙыра. Дауаланыусыларға операция түләүһеҙ яһала.
Башҡортостан кардиологтары быйыл йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын операция яһауҙың тағы ла ун ете төрөн үҙләштергән. Һуңғы яңылыҡтарҙың береһе – йөрәктең уң яҡ өлөшсәһендәге ҡолаҡҡа селтәр ҡуйыу. Был операция Салауатта йәшәгән Әминә Шәрәфетдиноваға яһалған.
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары һөҙөмтәһендә ер шарында йыл һайын ун ете миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Тап ошо сир Рәсәй миллардтарса һум зыян килтерә. Башҡортостан табиптары үҙләштергән яңы ысул республикала халыҡ һаулығын яҡшыртыуҙағы төп ысударҙың береһенә әйләнәсәк.
Башҡортостанда йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа хәҙер яңы ысул ҡулланалар
Тулыраҡ: Башҡортостанда йөрәк –ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа хәҙер яңы ысул ҡулланалар